Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
1 Февраль , 13:00

Яҙ иртәләйме әллә?

2024 йылдың бер айы үтеп тә бара. Үәт исмаһам, ҡышҡы селлә булды был айҙа. Ә бына февраль башҡа йылдағынан да, быйылғы ғинуарҙан да айырыла.

Яҙ иртәләйме әллә?
Яҙ иртәләйме әллә?

Ғөмүмән, йылы булмаҡсы шаҡай. Гидрометүҙәктең алдан күҙҙалауы буйынса, киләһе айҙа минус 9 градустан һыуыҡ көндәр булмаҫ (был көндәрҙә төнөн -14 буласаҡ). Шул уҡ ваҡытта ҡар күп яуыр тигән фараз да бар. Нисек кенә булмаһын, тәбиғәттең үҙ ҡануны, унан уҙып бер нимә эшләп булмай. Ҡыш артынан яҙ килерен генә иҫтән сығармайыҡ...

Автор:Рамиль Мансуров
Читайте нас: