Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
8 Февраль , 11:36

Архангел һәм Белорет райондарында транспорт хәрәкәте сикләнде

Бөгөн иртәнге сәғәт 9-ҙан Өфө — Инйәр — Белорет юлында (Архангел һәм Белорет райондары) йөк һәм пассажирҙар транспорты өсөн хәрәкәт сикләнде. Был хаҡта Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Архангел һәм Белорет райондарында транспорт хәрәкәте сикләнде
Архангел һәм Белорет райондарында транспорт хәрәкәте сикләнде

Сәбәбе — көслө ел, һепертмә буран, ҡар яуыуы.

«Хәрәкәтте сикләү бөгөн урындағы ваҡыт буйынса киске сәғәт 9-ға тиклем ғәмәлдә ҡала», - тип белдерҙеләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2024-02-08/arhangel-m-beloret-rayondarynda-transport-h-r-k-te-sikl-nde-3635371

 

Автор:
Читайте нас: