Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Һалам ҡарға иреп инһә...

Беренсе мартта ел иҫеп торһа, йәй елле булыр.

Һалам ҡарға иреп инһә...
Һалам ҡарға иреп инһә...

Мартта ҡар өҫтөндәге һалам ҡарға иреп инһә, бер айҙан ҡар китер.
Ҡайын һыуы күп аҡһа, йәй ямғырлы булыр.
Аҡҡош иртә килһә, яҙ насар булыр, оҙаҡ торор.
Тауыҡтар яҙ көнө төнәүҙән иртә төшһә – йәй насар булыр, әгәр һуң төшһәләр – йәй яҡшы булыр.
Мартта йылы булһа, йыл һалҡын була.
Мартта көн менән төн тигеҙләшә.
Яҙ иртә килһә, ашлыҡ уңыр.
Март башында тамсы тамһа, йәй яҡшы килә.
Мартың берендә аяҙ булһа – йәй көнө ҡыярға туҡлыҡ булыр.
Марттың башында сәпсек эсерлек һыу булһа, йәй яҡшы килер.
Марттың шартын апрель сығарыр.

Автор:
Читайте нас: