Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
13 Март , 13:30

Башҡортостан «Таҙа ил» проектын тормошҡа ашырыу буйынса лидерҙар иҫәбенә инде

Республика «Экология» милли проектының «Таҙа ил»федераль проекты сиктәрендә сараларҙы тормошҡа ашырыу буйынса лидер төбәктәр иҫәбенә инде. Был турала «Российская газета» баҫмаһына биргән интервьюһында илдең тәбиғәт ресурстары һәм экология министры урынбаҫары Морат Кәримов һөйләне.

Башҡортостан «Таҙа ил» проектын тормошҡа ашырыу буйынса лидерҙар иҫәбенә инде
Башҡортостан «Таҙа ил» проектын тормошҡа ашырыу буйынса лидерҙар иҫәбенә инде

Биш йылда «Таҙа ил» федераль проекты сиктәрендә Рәсәйҙә ҡалалар ситендәге рөхсәтһеҙ 128 сүплек һәм 80 хәүефле объект юҡ ителгән (уларҙың янында 15 миллион кеше йәшәй), 2,2 мең гектар ер таҙартылған. Башҡортостанда 2023 йылда Баймаҡ, Благовещен, Дәүләкән, Сибай һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары ситендә урынлашҡан 5 рөхсәтһеҙ ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар сүплеге бөтөрөлгән. Был маҡсатҡа 2 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Быйыл Күмертау ҡалаһындағы сүплекте бөтөрөү эштәре тамамланырға тейеш. Һөҙөмтәлә 468 мең кешенең йәшәү сифаты яҡшырыр тип көтөлә.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2024-03-13/bash-ortostan-ta-a-il-proektyn-tormosh-a-ashyryu-buyynsa-lider-ar-i-ben-inde-3679586

 

Автор:
Читайте нас: