Ашҡаҙар
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
21 Март , 10:45

Республикала зубрҙарҙы карантиндан сығарҙылар

19 мартта «Мораҙым тарлауығы» тәбиғәт паркында декабрҙә Белоруссиянан килтерелгән туғыҙ зубрҙы вольерҙан тәбиғәткә сығарҙылар. Хәҙер улар ҡырағай тәбиғәттә йәшәй. Был хаҡта Росприроднадзорҙан хәбәр иттеләр.

Республикала зубрҙарҙы карантиндан сығарҙылар
Республикала зубрҙарҙы карантиндан сығарҙылар

Тәүге тапҡыр зубрҙарҙы Башҡортостанға уҙған йылдың майында алып килделәр. Уларҙы Күгәрсен районындағы «Мораҙым тарлауығы» тәбиғәт паркы менән сиктәш Ыҡ дәүләт зоология заказнигы биләмәһендә урынлаштырҙылар. 

Автор:
Читайте нас: