Ашҡаҙар
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
21 Март , 15:42

Синоптиктар алдағы көндәргә һауа торошона фараз бирҙе

Башҡортостан синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошон хәбәр итте. Башгидромет мәғлүмәттәренә ярашлы, бөгөн республикала яуым-төшөмһөҙ була. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән талғын. Һауа температураһы көндөҙ +2,+7 градус, таулы райондарҙа +11-гә тиклем.

Синоптиктар алдағы көндәргә һауа торошона фараз бирҙе
Синоптиктар алдағы көндәргә һауа торошона фараз бирҙе

Йома, 22 мартта, яуым-төшөмһөҙ. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән талғын. Һауа температураһы төндә -6, -11 градус, урыны менән -16 градусҡаса. Көндөҙ 0, +5 градус, таулы райондарҙа +10 градус.

Шәмбе, 23 мартта, һауа торошо үҙгәрмәй. Шулай уҡ яуым-төшөмһөҙ. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән талғын. Һауа температураһы төндә -6, -11 градус, урыны менән -16 градусҡа етеүе мөмкин. Көндөҙ 0, +5 градус, таулы райондарҙа +10-ға тиклем.

 

 

Автор:
Читайте нас: