Ашҡаҙар
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
4 Апрель , 10:35

Башҡортостанда талпан энцефалиты вирусы менән зарарланыу артҡан

Башҡортостанда талпан энцефалитынан прививка яһау кампанияһы башлана, тип хәбәр итә республиканың Роспотребнадзор идаралығы. Уралда, Себерҙә, Алыҫ Көнсығышта һәм Рәсәйҙең үҙәк төбәктәрендә инфекция сығанаҡтары теркәлә.

Башҡортостанда талпан энцефалиты вирусы менән зарарланыу артҡан
Башҡортостанда талпан энцефалиты вирусы менән зарарланыу артҡан

«Был бөжәк өлкәндәрҙең һәм балаларҙың һаулығына ифрат ҙур зыян килтереүе ихтимал», - тип иҫкә төшөрҙөләр күҙәтеү ведомствоһында.

Талпан энцефалитын яҡшы иҫкәртеү сараһы - вакцинация. Роспотребнадзор талпан энцефалитына ҡаршы прививка ҡуйҙырырға һәм өс йылға бер тапҡыр ҡабаттан вакцина яһатырға тәҡдим итә. Ашығыс иммунизация схемаһы: вакцина бер ай арауыҡ менән ике тапҡыр яһала. Талпан энцефалиты таралған урынға барыр алдынан 2 аҙна элек прививка эшләтергә кәрәк. Бер йылдан һуң вакцинацияны ҡабатларға. Препараттың киләһе дозаһы өс йылдан һуң индерелә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр Башҡортостанда талпан энцефалиты вирусы менән зарарланыу ике тапҡырҙан ашыуға артҡайны.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2024-03-29/bash-ortostanda-talpan-entsefalitynan-privivka-ya-au-kampaniya-y-bashlana-3707044

 

Автор:
Читайте нас: