Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Тәбиғәт һәм беҙ
4 Апрель 2024, 04:36

Башҡортостанда ташҡынды күҙәтеү өсөн пилотһыҙ авиация ҡулланыла

Башҡортостанда 4 апрель иртәһенә Ҡырмыҫҡалы районының Бекетов ауылы янындағы Өҫән йылғаһында тәүлек эсендә ҙур һыу теркәлгән. Ул 184 сантиметрға күтәрелгән.

Башҡортостанда ташҡынды күҙәтеү өсөн пилотһыҙ авиация ҡулланылаБашҡортостанда ташҡынды күҙәтеү өсөн пилотһыҙ авиация ҡулланыла
Башҡортостанда ташҡынды күҙәтеү өсөн пилотһыҙ авиация ҡулланыла

Әбйәлил районының Озерное ауылы айырыуса контролдә тотола. Бындағы осраҡ буйынса ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комиссия ултырышы үткәрелгән. Техника йәлеп ителә. Ауылдағы хәл контролдә тотола.

Кисә Дәүләкән ҡалаһында түбәндә урынлашҡан 3 урам участкаһында 8 йортто һыу баҫҡан. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы белгестәре һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр 8 кешене, шул иҫәптән 2 баланы, шулай уҡ эт һәм бесәйҙе ҡотҡарған. Бөтәһе 18 кеше эвакуацияланған. Урында кәрәк булған бөтә ярҙам күрһәтелә.

Ташҡын буйынса көнүҙәк мәғлүмәт тураһында Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенән БЮТ телеканалының “Сәләм” тапшырыуына сыҡҡан тура эфирҙа – Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Республика буйынса баш идаралығы начальнигы ярҙамсыһы Ленар Вәхитов.
Тәүлек эсендә баш идаралыҡҡа һыу баҫыу тураһында 268 хәбәр килгән. Республиканың 17 районында (Хәйбулла, Баймаҡ, Миәкә, Кушнаренко, Шишмә, Туймазы, Дәүләкән, Учалы, Стәрлетамаҡ, Ҡырмыҫҡалы, Әбйәлил, Баҡалы, Йылайыр, Бишбүләк, Благовар, Өфө, Бүздәк райондары) һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһында 12 йортто, 184 йорт яны участкаһын, 7 автомобиль юлын һәм 9 күперҙе һыу баҫыуға бәйле 34 осраҡ контролдә тотола.

Әлшәй, Туймазы һәм Кушнаренко райондарындағы 3 осраҡ контролдән алынды.

Ташҡынды күҙәтеү өсөн көн һайын баш идаралыҡтың пилотһыҙ авиацияһы ҡулланыла - ике төркөм эшләй. Кисә уларҙың береһе - Хәйбулла һәм Йылайыр, икенсеһе Туймазы һәм Баҡалы райондары йүнәлешен күҙәтте. Бөтә мәғлүмәт тейешле саралар күреү һәм эҙемтәләрҙе бөтөрөү маҡсатында ҡарар ҡабул итеү өсөн Баш идаралыҡтың Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә идара итеү үҙәгенә ебәрелә.

 

 

Автор:
Читайте нас