Ашҡаҙар
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
12 Апрель , 19:00

Үҙе бәләкәй, ә хәүефе ҙур. Талпанға ҡаршы прививканы ҡасан яһатырға?

Башҡортостан вируслы талпан энцефалиты сире буйынса эндемик биләмә һанала, йәғни беҙҙә зарарлы бөжәктән зыян күреү хәүефе бик ҙур. Шуға күрә унан һаҡланыу тураһында етди уйланырға кәрәк.

Үҙе бәләкәй, ә хәүефе ҙур. Талпанға ҡаршы прививканы ҡасан яһатырға?
Үҙе бәләкәй, ә хәүефе ҙур. Талпанға ҡаршы прививканы ҡасан яһатырға?

Талпан нимәһе менән хәүефле?

Был бөжәк ҡурҡыныс сирҙәр таратыусы булып тора. Талпан ҡаҙалыу сәбәпле энцефалит, боррелиоз, туляремия, сабыртма тиф, геморрагик биҙгәк һәм башҡа сирҙәрҙе йоҡторорға мөмкин. Бер талпан тешләгән осраҡта ҡанға бер нисә ауырыуҙы ҡуҙғытыусы инфекция эләгеүе бар, йәғни кеше бер ыңғай төрлө сир эләктереүе лә ихтимал.
Башҡортостанда йыл һайын талпан ҡаҙалыу сәбәпле 10 – 12 мең кеше табиптарға мөрәжәғәт итә. Бөжәктең барыһы ла зарарлы түгел, шулай ҙа былтыр, мәҫәлән, төбәгебеҙҙә вируслы талпан энцефалиты – 16 осраҡ, йоғошло боррелиоз 33 тапҡыр теркәлгән. Зарарлы ҡан эскестән зыян күреү осраҡтары Белорет, Ҡариҙел, Мәләүез, Ишембай райондарында һәм Өфө ҡалаһында булған.

Ниндәй сирҙәр?

Вируслы талпан энцефалиты – ауыр йоғошло инфекция. Ул үҙәк нервы системаһына зыян килтерә, инвалидлыҡ, хатта үлем осрағы менән янай. Сир талпан ҡаҙалғандан һуң 10 – 14 көн үткәс үҙен белдерә башлай, тәүге билдәләре – баш ауырта, тән температураһы 38 – 40 градусҡаса күтәрелә, күңел болғаныу, ҡоҫоу, хәлһеҙлек күҙәтелә, мускулдар һыҙлай.
Боррелиоз – оҙайлы, дауамлы сир. Тәүҙә талпан ҡаҙалған урын ҡыҙарып тороуы ихтимал, артабан тән температураһы күтәрелә, лимфа төйөндәре шешә. Һуңғараҡ быуындар, йөрәк мускулдары, үҙәк нервы системаһы зыян күрә.

Ҡасан уяулыҡ күрһәтергә?

Талпандар яҙ етеү, йәғни көндәр аҙ ғына йылынып, ҡар ирей башлау менән уяна. Әлбиттә, әле уларҙың иң әүҙем осоро, сөнки ас бөжәк туйыныу өсөн уңайлы осраҡ эҙләй. Үрсеү мәлендә – апрель, май айҙарында, июнь башында был әүҙемлек айырыуса ныҡ арта. Йәй уртаһында уларҙан янаған хәүеф кәмей, әммә барыбер сир таратыусы булып ҡалалар. Август башынан сентябргәсә талпандарҙың әүҙемләшеүенең икенсе осоро күҙәтелә. Белгестәр быны кешеләрҙең урманға йыш йөрөүе – еләк-емеш, бәшмәк йыйыу миҙгеле менән аңлата, йәғни урман-ҡырға ни тиклем йыш сыҡһаң, талпан менән осрашыу ихтималлығы ла шул тиклем нығыраҡ арта.

Нисек һаҡланырға?

Талпан энцефалитынан һаҡланыуҙың иң яҡшы алымы – прививка яһатыу.
– Прививканы йыл дауамында, шулай уҡ эпидемия миҙгелендә лә яһатырға мөмкин, – ти Роспотребнадзорҙың БР буйынса белгестәре. – Вакцинация курсын тәбиғәткә сыҡҡанға тиклем ике аҙна алдан тамамларға.
Әлеге ваҡытта Башҡортостанда талпан энцефалитына ҡаршы прививка яһау кампанияһы башланды. Уны йәшәгән урыныңдағы поликлиникала йәки түләүле медицина үҙәктәрендә эшләтергә мөмкин. Ашығыс иммунизация схемаһы бар: вакцинаны бер ай ара менән ике тапҡыр яһайҙар. Быны туристик походҡа юлланырҙан йәки баҡсаға йөрөй башларҙан ике аҙна алда эшләтеү зарур. Бер йылдан вакцинация ҡабатлана, артабан инде ул өс йылдан һуң ғына эшләнә.

Әгәр прививка яһатмаһағыҙ, тәбиғәткә юлланғанда, паркта ял иткәндә (талпан ҡала уртаһында ла ҡаҙалыуы ихтимал) махсус саралар – репелленттар ҡулланығыҙ. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: уларҙы тән тиреһенә һиптерергә ярамай, тик кейемгә генә мөмкин. Дөрөҫ кейенергә онотмағыҙ: оҙон еңле өҫ кейеме һайлағыҙ, салбар балағын ойоҡбаш эсенә тығығыҙ, мотлаҡ яулыҡ йәки башҡа төрлө баш кейемегеҙ булһын.
Йорт хайуандары тураһында ла онотмағыҙ. Бөгөн эт һәм бесәйҙәрҙе талпандан һаҡлау өсөн препараттар күп. Был осраҡта таблетка ҡулланырға, елкәләренә тамсы рәүешендәгеһен тамыҙырға була, шулай уҡ махсус ҡайыштар, спрейҙар ҙа һатыла.

Талпан ҡаҙалһа, нимә эшләргә?

Беренсенән, талпанды тәнегеҙҙән ҡапыл тартып алмағыҙ. Быны әкрен генә эшләргә кәрәк, сығарған саҡта башы өҙөлөп тороп ҡалмаһын. Әгәр бөжәкте дөрөҫ итеп сығара алмауығыҙҙы аңлаһағыҙ, травпунктҡа мөрәжәғәт итеү яҡшыраҡ. Икенсенән, талпанды тикшертеү өсөн лабораторияға алып барыу мотлаҡ. БР гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең филиалдары, Өфөнән тыш, Бөрө, Нефтекама, Стәрлетамаҡ, Мәсәғүт, Туймазы һәм Күмертауҙа эшләй (адрес, телефон һәм ҡабул итеү ваҡыты Роспотребнадзорҙың БР буйынса идаралығының сайтында күрһәтелгән).

 

Материалдар БР «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде. Мәҡәләләр буйынса тәҡдимдәрегеҙҙе [email protected] адресы йәки (347) 272-92-61 телефоны аша еткерә алаһығыҙ.

 

Автор:
Читайте нас: