Ашҡаҙар
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
19 Апрель , 12:35

Башҡортостанда ял көндәрендә йәйгесә эҫе була

 Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, шәмбе, 20 апрелдә, әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй, көндөҙ төньяҡ-көнбайышта ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен фаразлана. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +11, +16°, көнсығышта +6°, көндөҙ +23, +28°.

Башҡортостанда ял көндәрендә йәйгесә эҫе була
Башҡортостанда ял көндәрендә йәйгесә эҫе була

Йәкшәмбе, 21 апрелдә, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, йүнәлешен төньяҡ-көнсығышҡа үҙгәртеп талғын, урыны менән көсәйеүсән. Төндә +9, +14°, көндөҙ +20, +25°.

Бөгөн яуым-төшөм булмай. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +22, +27°.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2024-04-19/bash-ortostanda-yal-k-nd-rend-y-yges-e-e-bula-3734316

 

Автор:
Читайте нас: