Ашҡаҙар
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
24 Апрель , 11:29

Башҡортостанда йәшенле ямғыр яуыуы фаразлана

Башгидрометүҙәк синоптиктары алдағы көндәргә һауа торошо тураһында хәбәр итте.

Башҡортостанда йәшенле ямғыр яуыуы фаразлана
Башҡортостанда йәшенле ямғыр яуыуы фаразлана

Бөгөн, 24 апрелдә, республикала ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен, көндөҙ урыны менән ҡойма ямғыр, боҙ-борсаҡ яуыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнсығыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын, йәшен ваҡытында елдең көсәйеүе мөмкин. Һауа температураһы көндөҙ +15, +20°, көнсығышта +10°.

Иртәгә, 25 апрелдә, төндә болотло һауа торошо фаразлана. Ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, урыны менән йәшен йәшнәүе фаразлана. Ел көньяҡ-көнсығыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы +3, +8°. Көндөҙ аяҙлы-болотло. Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр. Ел төньяҡтан талғын. Һауа температураһы +13, +18°, төньяҡ-көнсығышта +8°.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2024-04-24/bash-ortostanda-y-shenle-yam-yr-yauyuy-farazlana-3740495

 

Автор:
Читайте нас: