Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Тәбиғәт һәм беҙ
3 Май 2024, 06:16

Өфөлә «башҡорт сакураһы» сәскә атҡан

Ҡала халҡы алһыу сәскәле алмағасты шулай тип йөрөтә. Был ағастарҙың күбеһе Зәки Вәлиди урамында, Ленин исемендәге паркта, үҫеп ултыра. Өфөләр йыл да унда фотоға төшөргә, ғаилә менән ял итергә ярата.

Өфөлә «башҡорт сакураһы» сәскә атҡанӨфөлә «башҡорт сакураһы» сәскә атҡан
Өфөлә «башҡорт сакураһы» сәскә атҡан

Урында йәшәүселәр әйтеүенсә, ҡаланың башҡа майҙансыҡтарында ла япон сейәһенә оҡшаш ағастар бар. Мәҫәлән, Аксаков исемендәге баҡсала бер нисә йыл элек алһыу төҫтә сәскә атҡан ун декоратив алмағас ултыртҡандар.

Дендрологтар матур кадрҙар яратыусыларға ашығырға кәңәш бирә, сөнки «сакура» бер аҙна тирәһе сәскәгә төрөнөп ултыра, һуңынан уның алһыу таждары ҡойола башлай.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2024-05-03/f-l-bash-ort-sakura-y-s-sk-at-an-3751717

 

Автор:
Читайте нас