Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Тәбиғәт һәм беҙ
13 Май 2024, 07:05

Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда һалҡынса һауа торошо һаҡлана

Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда һалҡынса һауа торошо һаҡлана. Башгидрометүҙәк хәбәр итеүенсә, урыны менән -3, -5° һалҡынайтып, һауала һәм тупраҡ өҫтөндә ҡырау төшөүе көтөлә.

Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда һалҡынса һауа торошо һаҡланаАлдағы көндәрҙә Башҡортостанда һалҡынса һауа торошо һаҡлана
Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда һалҡынса һауа торошо һаҡлана

13 майҙа урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, төндә көньяҡта көслө ямғыр. Ел төньяҡ-көнсығыштан талғын, көндөҙ айырым райондарҙа көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +1, +6°, урыны менән 0, -5 градусҡаса һалҡынайтып, ҡырау төшә, көндөҙ +7, +12°.

14 майҙа яуым-төшөмһөҙ. Ел төньяҡ-көнбайыштан, төньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә 0, +5°, урыны менән -3 градусҡаса һалҡынайтып, ҡырау төшөүе ихтимал, көндөҙ +10, +15°.

15 майҙа яуым-төшөмһөҙ. Ел төньяҡ-көнбайыштан, төньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә 0, +5°, урыны менән -3 градусҡаса һалҡынайтып, ҡырау төшә, көндөҙ +10, +15°.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2024-05-13/alda-y-k-nd-r-bash-ortostanda-al-ynsa-aua-torosho-a-lana-3762944

 

Автор:
Читайте нас