Ашҡаҙар
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Республика синоптиктары алдағы көндәргә һауа торошон фаразланы

Башҡортостан синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошон хәбәр итте. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн республикала башлыса яуым-төшөм көтөлмәй. Ел төньяҡтан, киҫкен. Һауа температураһы көндөҙ +10, +15 градус.

Республика синоптиктары алдағы көндәргә һауа торошон фаразланы
Республика синоптиктары алдағы көндәргә һауа торошон фаразланы

Шишәмбе, 28 майҙа, йәнә яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә +2, +7 градус, урыны менән 0,-2 градусҡаса һалҡынайтып, ҡырау төшөүе мөмкин, көндөҙ +17, +22 градус.

Шаршамбы, 29 майҙа, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен көтөлә. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын, йәшен ваҡытында көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +8, +13 градус, урыны менән +3, көндөҙ +18, +23 градус.

https://bash.bashinform.ru/news/social/2024-05-27/respublika-sinoptiktary-alda-y-k-nd-rg-aua-toroshon-farazlany-3786156

 

Автор:
Читайте нас: