Ашҡаҙар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
13 Июнь , 11:01

Республикала һауа температураһы +35 градусҡаса күтәрелә

Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда көндәр эҫе була. Урыны менән һауа температураһы +35 градусҡа тиклем күтәрелә.

Республикала һауа температураһы +35 градусҡаса күтәрелә
Республикала һауа температураһы +35 градусҡаса күтәрелә

Кесе йома, 13 июндә, яуым-төшөмһөҙ, ҡояшлы һауа торошо көтөлә. Ел көньяҡтан төндә талғын, көндөҙ көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +16,+21°, таулы райондарҙа +, көндөҙ +29,+34°.

Йома, 14 июндә, һауа торошо әллә ни үҙгәрмәй. Һауа температураһы төндә +16,+21°, таулы райондарҙа +, көндөҙ +29,+34°.

Шәмбе, 15 июндә, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе ихтимал. Ел көньяҡтан, төндә талғын, көндөҙ көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +15,+20°, көндөҙ +30,+35°.

 Табиптар кешеләргә баш кейемен ҡалдырмаҫҡа, ҡара күҙлек, аҡ төҫтәге әйберҙәр кейеп йөрөргә, саф йә минераль һыу, емеш-еләк һуттарын күберәк эсергә кәңәш итә.

Ҡыҙыу ҡояш нурҙары хроник сирле кешеләргә, ҡан баҫымы күтәрелеүҙән яфаланған, йөрәге сирлеләргә кире йоғонто яһай. Табиптар ҡан баҫымын көнөнә бер нисә тапҡыр үлсәп күҙәтергә, балаларға ла, ололарға ла иртәнге сәғәт 11-ҙән көндөҙгө дүрткә тиклем көн эҫеһендә йөрөмәҫкә кәңәш итә. Был ваҡыт арауығын күләгәлә үткәреү хәйерле. Ҡәһүә яратҡандар был көндәрҙә һыуҙы күберәк эсһен. Татлы эсемлектәргә түгел, газһыҙ, ябай саф һыуға өҫтөнлөк биреү зарур.

Кейем иркен, еңел, тәбиғи туҡымаларҙан булһа яҡшыраҡ. Балалар кейеменә айырым ихтибар, бала организмында йылы алмашыныу процесы яйға һалынмау сәбәпле бәләкәстәр эҫегә ололарға ҡарағанда тиҙерәк бирешеүсән.

Эргәлә иҫен юғалтҡан кеше булһа, уны тиҙ генә еләҫ урынға күсерергә, битен һыу менән йыуырға һәм ашығыс ярҙам саҡырырға кәрәк. Эҫе ҡағылғанын иһә ҡан баҫымының ҡапыл төшөүе, баш әйләнеүе, күңел болғаныуы, балаларҙа тән температураһының 39 градусҡа тиклем күтәрелеүе күрһәтә. Был осраҡта ла еләҫ урынға күсеү, бер аҙ тоҙ ҡушылған һыу эсеү хәлде еңеләйтә ала.

Ҡояшта ҡыҙынғанда тән тиреһе янмаһын өсөн махсус крем йә мазь ҡулланыу яҡшы. Һалҡынға ҡарата тәнде сыныҡтырыу ысулдары бар икән, эҫегә әҙерләнеү сараһы юҡ. Был мәлдә тик сәләмәт тормош ҡағиҙәләре ярҙам итә ала. Еңел туҡланырға, майлы, боросло ризыҡтарҙы сикләп торорға, иҫерткес эсемлектәрҙән баш тартырға, йәшелсә, емеш ашарға, һуттар ҡулланырға, сәйҙе шәкәрһеҙ эсергә кәңәш ителә.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2024-06-13/bash-ortostanda-aua-temperatura-y-35-gradus-asa-k-t-rel-3807984

 

Автор:
Читайте нас: