Ашҡаҙар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
18 Июнь , 13:03

Республикала алдағы өс көндә эҫе һауа торошо фаразлана

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, шишәмбе, 18 июндә, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен фаразлана. Ел төньяҡ-көнсығыштан, көнсығыштан талғын, көндөҙ урыны менән елдең көсәйеүе мөмкин. Һауа температураһы +27,+32°.

Республикала алдағы өс көндә эҫе һауа торошо фаразлана
Республикала алдағы өс көндә эҫе һауа торошо фаразлана

Шаршамбы, 19 июндә, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе көтөлә. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, йәшен ваҡытында көсәйеүсән. Төндә +17,+22°, көндөҙ +29,+34°.

Кесаҙна, 20 июндә, төндә урыны менән, көндөҙ республикала ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен, урыны менән ҡойма ямғыр, боҙ-борсаҡ фаразлана. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын, йәшен ваҡытында елдең көсәйеүе ихтимал. Һауа температураһы төндә +15,+20°, көндөҙ +23,+28°, көньяҡ-көнсығышта +32°.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2024-06-18/respublikala-alda-y-s-k-nd-e-e-aua-torosho-farazlana-3812865

 

Автор:
Читайте нас: