Ашҡаҙар
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
27 Июнь , 11:25

Башҡортостанда көндөҙгө температураның түбәнәйеүе фаразлана

Башҡортостанда синоптиктар артабан да көндөҙгө һауа температураһының түбәнәйеүен фаразлай. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн, 27 июндә, республикала урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе мөмкин. Ел төньяҡ-көнбайыштан талғын, күк күкрәгәндә көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +16, +21°.

Башҡортостанда көндөҙгө температураның түбәнәйеүе фаразлана
Башҡортостанда көндөҙгө температураның түбәнәйеүе фаразлана

Йома, 28 июндә, төндә урыны менән, көндөҙ республикала ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен, көндөҙ урыны менән ҡойма ямғыр, боҙ-борсаҡ көтөлә. Ел төньяҡтан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +7, +12°, көндөҙ +14, +19°.

Шәмбе, 29 июндә, шулай уҡ ямғыр, урыны менән көслө ямғыр, йәшен, көндөҙ урыны менән боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана. Ел төньяҡтан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +8, +13°, көндөҙ +12, +17°.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2024-06-27/bash-ortostanda-sinoptiktar-k-nd-g-temperaturany-t-b-n-ye-en-farazlay-3825295

 

Автор:
Читайте нас: