Ашҡаҙар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
28 Июнь , 13:00

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуы фаразлана

Башҡортостанда синоптиктар ял көндәрендә һауа торошоноң боҙолоуын фаразлай.

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуы фаразлана
Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуы фаразлана

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн республикала ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, урыны менән көслө ҡойма ямғыр, күк күкрәүе көтөлә. Ел төньяҡтан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +15, +20°.

Шәмбе, 29 июндә, шулай уҡ ямғыр, урыны менән көслө ямғыр, йәшен, көньяҡ-көнсығышта ҡойма ямғыр фаразлана, төньяҡ-көнбайыш райондарҙа яуым-төшөм көтөлмәй. Ел төньяҡтан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +8, +13°, көндөҙ +12, +17°.

Йәкшәмбе, 30 июндә, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы ихтимал. Ел төньяҡтан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +6, +11°, көндөҙ +16, +21°.

https://bash.bashinform.ru/news/social/2024-06-28/bash-ortostanda-aua-toroshono-bo-olouy-farazlana-3827187

 

Автор:
Читайте нас: