Ашҡаҙар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостандың тау йылғаларында һыу ташҡан

Башҡортостанда уҙған ял көндәрендә тау йылғаларында һыу кимәленең күтәрелеүе теркәлгән. Был хаҡта 1 июлдә уҙған оператив кәңәшмәлә республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов белдерҙе.

Башҡортостандың тау йылғаларында һыу ташҡан
Башҡортостандың тау йылғаларында һыу ташҡан

«Инйәр йылғаһы —1,8 метрҙан, Йүрүҙән иһә 2 метрҙан ашыуға күтәрелгән. Әлегә ошо кимәл һаҡлана», — тине Кирилл Первов.

Республика етәксеһе Радий Хәбиров һыу баҫыу ихтималлығы булған Әбйәлил, Салауат, Белорет райондары башлыҡтарынан иғтибарлы булыуҙарын һораны.

Республикала Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының оператив штабы эшләй, зыян күргән биләмәләрҙән шылтыратыуҙар ҡабул итә.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2024-07-01/bash-ortostandy-tau-yyl-alarynda-yu-tash-an-3830531

 

Автор:
Читайте нас: