Ашҡаҙар
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
22 Июль , 11:10

Башҡортостанда тотороҡһоҙ һауа торошо һаҡлана

Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда тотороҡһоҙ һауа торошо һаҡлана, тип фаразлай синоптиктар. Бөгөн, 22 июлдә, республиканың күпселек райондарында ҡыҫҡа ваҡытлы, урыны менән көслө ямғыр, йәшен, көндөҙ урыны менән ҡойма ямғыр, боҙ-борсаҡ яуыуы көтөлә. Ел төньяҡ-көнсығыштан, төньяҡтан талғын, йәшен ваҡытында көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +13, +18°, көндөҙ +17, +22°, көньяҡ-көнсығышта +27° тиклем.

Башҡортостанда тотороҡһоҙ һауа торошо һаҡлана
Башҡортостанда тотороҡһоҙ һауа торошо һаҡлана

Шишәмбе, 23 июлдә, төндә республикала,  көндөҙ иһә урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы ихтимал. Ҡайһы бер райондарҙа йәшен, көндөҙ боҙ-борсаҡ. Ел төньяҡ-көнсығыштан, уртаса көнсығыштан, йәшен ваҡытында көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +11, +16°, көндөҙ +17, +22°.

Шаршамбы, 24 июлдә, урыны менән йәшенләп ҡыҫҡа ямғыр яуыуы көтөлә. Ел төньяҡтан талғын, йәшен ваҡытында көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +9, +14°, көндөҙ +19, +24°.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2024-07-22/bash-ortostanda-totoro-o-aua-torosho-a-lana-3856943

 

Автор:
Читайте нас: