Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Өфөлә Граждандарҙы яҡлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре халыҡты ташыу өсөн дежурҙа тора. Мораҙым һәм Иҫке Собханғол ауылдары араһындағы юл асылған, юлды нығытыу дауам итә. Халыҡтан ялыуҙар юҡ.
Стәрлетамаҡ районында «Чайка» балалар һауыҡтырыу лагерына илткән юлды таҙартыу сәбәпле, хәл контролдән алынды.
– Йылғаларҙа һыу кимәленең һәм һыуһаҡлағыстарҙа һыу ағыҙыуҙың артыуы даими рәүештә тикшерелә. Ямғырҙар күп яуыу сәбәпле, Нөгөш һәм Йомағужа һыуһаҡлағыстарында һыу ағыҙыу бер аҙ артты», — тип хәбәр иттеләр ведомствола.
https://bash.bashinform.ru/news/law/2024-08-05/bash-ortostanda-a-na-buyy-yam-yr-yauasa-3873068