Ашҡаҙар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
13 Сентябрь , 13:05

Ял көндәрендә Башҡортостанда йылы һауа торошо көтөлә

Ял көндәрендә республикала йылы һауа торошо һәм әбейҙәр сыуағы көтөлә. Синоптиктар фаразынса, бөгөн, 13 сентябрҙә, әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көнсығыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ +18,+23° тиклем күтәрелә.

Ял көндәрендә Башҡортостанда йылы һауа торошо көтөлә
Ял көндәрендә Башҡортостанда йылы һауа торошо көтөлә

Шәмбе, 14 сентябрь, шулай уҡ яуым-төшөмһөҙ. Ел көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә +4,+9°, көнсығыш райондарҙа 0,-2-гә тиклем һалҡынайтып, ҡырау төшөүе мөмкин, көндөҙ +18,+23°.

Йәкшәмбе, 15 сентябрҙә, яуым-төшөмһөҙ. Ел көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә +5,+10°, көндөҙ +18,+23°.

Автор:
Читайте нас: