Ашҡаҙар
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
2 Октябрь , 16:46

Октябрь япмаһа, декабрь япмаҫ...

Әгәр көҙ серәкәй осһа, ҡыш йомшаҡ килер.

Октябрь япмаһа,  декабрь япмаҫ...
Октябрь япмаһа, декабрь япмаҫ...

- Октябрҙә ел көн буйына төньяҡтан булһа, ҡыш һалҡын килер, көньяҡтан булһа, йылы булыр һәм киләһе йылда ашлыҡ уңыр.

- Ҡыр ҡаҙҙары иртә китһә, ҡыш иртә килер.

Октябрь – ҡара бейә, ноябрь – ала бейә.

Октябрь япмаһа, декабрь япмаҫ.

Ҡарлуғас йылы яҡҡа иртә китһә, ҡыш һыуыҡ һәм оҙаҡ булыр.

Октябрҙә күк күкрәһә, ҡыштың ҡары аҙ булыр.

8 октябрҙә тәүге ҡар еүеш ергә төшһә, иремәй ҡаласаҡ, ҡоро ергә төшһә – тиҙ иреп бөтәсәк.

Урманда миләш күп булһа, көҙ ямғырлы булыр, аҙ булһа – ҡоро килер.

Көҙөн ҡайын менән имән япраҡтары бер юлы ҡойолмаһа, ҡыш ҡаты киләсәк.

Көҙ оҙон булһа, яҙ һуң килер.

Ҡырмыҫҡа ояһы ҙур булһа, ҡыш һалҡын була.

Дымлы йәй, йылы көҙ – оҙон ҡышҡа.

 

#Һынамыштар

Автор:
Читайте нас: