Бәшмәкте нисек дөрөҫ йыйырға:
1. Бәшмәктәрҙе ҡояш йылытҡансы, иртә таңдан йыялар. Был осраҡта уларҙы оҙағыраҡ һаҡларға мөмкин.
2. Иҫке, үҫеп еткән бәшмәктәрҙе йыймағыҙ. Уларҙа кеше өсөн зарарлы аҙыҡ туплана һәм тирә-яҡ мөхиттән сит матдәләр һеңдерелә.
3. Йыйылған бәшмәктәрҙе шунда уҡ уларға йәбешкән ерҙән, япраҡтарҙан, үләндәрҙән һәм башҡа сүп-сарҙан таҙартырға. Бәшмәктәрҙе кәрзингә эшләпәләре менән аҫҡа һалыу дөрөҫөрәк, шулай улар яҡшыраҡ һаҡлана.
Бәшмәк менән ағыуланғанда ашығыс ярҙам:
-ашҡаҙанды йыуырға;
- ауырыуға бер-бер артлы 5-6 стакан һыу (яҡшыраҡ сода менән) йәки көсһөҙ (һары-алһыу) марганцовка эретмәһе эсергә бирергә. Һуңынан, бармаҡ йәки ҡалаҡ менән телдең тамырына баҫып, ҡоҫоп торорға. Был процедураны 3-5 тапҡыр ҡабатларға кәрәк;
- ауырыуҙы карауатҡа һалырға һәм уны йылылыҡ менән уратып алырға;
- уға өҙлөкһөҙ йылы эсемлек бирергә, ә бөтөнләй хәле булмағанда ҡаты сәй эсерергә;
- шунда уҡ медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт итергә.
Шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: бәшмәкте бөтә кешегә лә ашарға ярамай, айырыуса ашҡаҙаны сирле кешеләргә һаҡ булырға кәрәк. Шулай уҡ 14 йәшкәсә балаларға ла бәшмәк аштары кәңәш ителмәй. Уларҙың аш эшкәртеү системаһы тейешле ферменттарға эйә түгел. Йөклө, бала имеҙгән ҡатындарҙың, оло йәштәгеләрҙең дә бәшмәк ашау менән мауыҡмауы яҡшыраҡ.