Шәмбе, 2 ноябрҙә, йәнә ямғыр һәм епшек ҡар яуыуы фаразлана. Урыны менән тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, төндә һәм иртән юлдарҙың айырым участкаларында тайғаҡ булыуы мөмкин. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Температура -3, +2 градус, көндөҙ +2,+7.
«Водителдәргә тиҙлек режимын, автомобилдәр араһында арауыҡты һаҡларға кәңәш итәм», — тип яҙа республиканың баш дәүләт автоинспекторы Владимир Севастьянов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Уның һүҙҙәренсә, тиҙерәк ҡышҡы тәгәрмәстәргә күсергә ваҡыт.