Юғалған малайҙы эҙләү һаман дауам итә
Әммә статистика мәғлүмәттәре күңелде ҡыра: йыл һайын һыуҙа тиҫтәләгән кеше һәләк була. Быйыл яҙ 28 бәхетһеҙ осраҡ булды, уларҙа 24 кеше, шул иҫәптән өс бала фажиғәгә тарыны. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә генә
Дүртөйлө районында көҙгө боҙға бәйле фажиғә теркәлде. Пермдән килгән балыҡсы, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен инҡар итеп, йоҡа боҙ буйлап йылға уртаһына бара һәм һыу аҫтына китә. Уны әллә ни йыраҡ та булмаған ағаһы ла ҡотҡарып өлгөрә алмай.
Өфөнән 13 йәшлек Павел Паличев менән 14 йәшлек Дамир Әҙеһәмовҡа бәйле 30 мартта булған фажиғәне барыбыҙ ҙа хәтерләйбеҙ. Дуҫтар ярышта еңеүҙәрен билдәләргә теләп, Ағиҙел буйына походҡа киткән, ә тиҙҙән бәйләнешкә сыҡ- май башлағандар. Фаразлауҙарҙың береһе буйынса, малайҙар йылға уртаһындағы бәләкәй утрауға барырға маташҡанда, боҙ сатнап, һыуға төшөп киткәндәр. Ул көндәрҙә боҙ яйлап иреп, ярыла башлаған ине. Эҙләү барышында ҡотҡарыусылар боҙға йәбешеп ҡалған балалар итеген тапҡайны. Тик 58-се көндө генә, май аҙағында, Ағиҙел йылғаһының Еңеү паркы тәңгәлендә Павелдың кәүҙәһен таптылар.
Дамирҙы эҙләү эштәре әле лә дауам итә.
Хәүефле уйындар
Балалар үлеменә бәйле осраҡтар йышыраҡ йорт эргәһендә урынлашҡан йылға һәм күлдәрҙә була. Бала ҡарауһыҙ үҙаллы йөрөһә, әле үк уның менән йоҡа боҙҙоң хәүефле булыуы тураһында һөйләшергә кәрәк.
Ноябрь һәм декабрь айҙарында, тотороҡло һыуыҡтар башланғансы, боҙҙоң торошо бик үҙенсәлекле. Кисен ул ҙур булмаған ауырлыҡты күтәрә ала, әммә көндөҙ, ҡояш йылытҡанда, ныҡлығын юғалта.
– Йоҡа боҙҙоң хәүефе уның кеше ауырлығынан ҡапыл онталыуына ҡайтып ҡала, – тип иҫкәртә ҡот- ҡарыусылар. – Һыу ятҡылығының бәләкәй генә бер участкаһына күпләп йыйылыу хәүефле. Унда йүгерергә лә, һикерергә лә ярамай.
Миҙгел араһында балаларҙың йылғаға йәки күлгә яҡын бармауы, өлкәндәрҙең күҙәтеүе аҫтында булыуы шарт. Дуҫтарҙың береһе боҙ аҫтына киткән осраҡта, икенсеһе тиҙ арала ярҙамға саҡырырға һәм 112 телефоны буйынса ҡотҡарыусыларға шылтыратырға тейеш.
Балыҡсылар өсөн хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре
Балыҡҡа барғанда ҡотҡарыусылар таяҡ һәм 10-15 метр оҙонлоҡтағы ныҡлы бау алырға кәңәш итә. Ҡайҙа барыуығыҙ һәм ҡасан ҡайтырға йыйыныуығыҙ тураһында яҡындарығыҙҙы мотлаҡ иҫкәртегеҙ. Ҡышын балыҡ тотоуға иптәштәр менән йөрөү хәйерлерәк. Тәүлектең яҡты ваҡытында боҙ буйлап йөрөү һәм килгән маршрут менән кире ҡайтыу яҡшыраҡ. Бер ниндәй ҙә хәмер булырға тейеш түгел! Спиртлы эсемлек бер ҙә йылытмай, ул туңыу йәки һыу аҫтына китеү мөмкинлеген арттыра ғына.
Йоҡа боҙ билдәләре
Белгестәр әйтеүенсә, ҡалынлығы 7 сантиметрҙан кәм булған боҙ ғүмер өсөн хәүефле. Кеше ауырлығын күтәрә алһын өсөн, ул 10 сантиметрҙан ашыу булырға тейеш. Ситтән ҡарап, боҙҙоң ҡалынлығын нисек билдәләргә?
Йоҡа боҙ буръяҡ, һоро төҫтә була. Бигерәк тә күҙәнәкле боҙ хәүефле, асылда ул боҙ түгел, ә туңған ҡар, һәм сатнап та тормайынса шунда уҡ һына. Ғөмүмән, ҡар менән ҡапланған боҙҙа айырыуса һаҡ булырға кәрәк: беренсенән, ул шәрене йәшерә, икенсенән, боҙҙоң туңыуын әкренәйтә. Йылғаның ағымы шәп булғанда, тәрән, ел өсөн асыҡ урындарҙа, һаҙлыҡлы яр буйҙарында, күперҙәр аҫтында, ҡамыш һәм башҡа үҫемлектәр үҫкән ерҙә лә боҙ ҡалын булмай. Мәҫәлән, бер үк күлдә төрлө ҡалынлыҡтағы боҙ булыуы ихтимал. Шуға күрә уның ныҡлығын аяҡ менән тибеп ҡарап тикшермәгеҙ, бының бәләгә килтереүе бар. Йоҡа боҙҙо таяҡ менән һуғып билдәләргә мөмкин.
Батып барған кешене ҡотҡарғанда нимә эшләргә ярамай
Ғауғаға бирелмәгеҙ! Ундай осраҡ түгел. Әгәр һыуҙың температураһы +2 градус самаһы тәшкил итһә, кеше 10-15 минут түҙә ала, ике градустан аҙыраҡ икән – ни бары биш минут. Шуға тиҙерәк эш итергә кәрәк.
Ни тиклем шәберәк ярҙам итергә теләһәгеҙ ҙә, ҡабаланмағыҙ. Боҙға ятығыҙ һәм һыу уйымына һаҡ ҡына яҡынлашығыҙ. Ҡулығыҙҙы һуҙмағыҙ, икегеҙ ҙә һыу аҫтына китеүегеҙ бар. Зыян күреүсегә таяҡ һуҙығыҙ йәки оҙон бауҙың осон ташлағыҙ.
Бәләгә тарыусыны ышҡырға йәки уға алкоголь бирергә ярамай, улай тик зыян килтерергә генә мөмкин. Табиптар аңлатыуынса, тәнде ышҡыған мәлдә һыуынған ҡан ситке тамырҙарҙан тәндең эсенә әүҙем үтеп инә башлай, был иһә температураның артабан түбәнәйеүенә килтерә. Алкоголь иһә үҙәк нервы системаһының эшмәкәрлеген тотҡарлай.
Материалдар БР «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде. Мәҡәләләр буйынса тәҡдимдәрегеҙҙе [email protected] адресы йәки (347) 272-92-61 телефоны аша еткерә алаһығыҙ.