Елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етеүе ихтимал. Ҡар яуғанда һәм буран ваҡытында автомобиль юлдарында 500 метрҙан күреү мөмкинлеге кәмей.
Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында водителдәргә хәүефһеҙ йөрөү ҡағиҙәләре тураһында иҫкә төшөрә: фараларҙы ҡабыҙырға, тиҙлек режимын үтәргә, автомобилдәр араһында араны тоторға, телефонға иғтибарҙы йүнәлтмәҫкә, киҫкен маневр яһамаҫҡа.
Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!