Ғинуар (һыуығай) – ҡарлы, буранлы, әсе һыуыҡлы ай. Иң көслө һыуыҡтар беҙҙең республикала 1959, 1963, 1979 йылдарҙың ғинуарында күҙәтелгән. Иғтибарлап ҡараһаң, ҡаты һыуыҡтар һәр 10 йыл һайын ҡабатланып тора. Әммә иң һыуыҡ ғинуар 1969 йылда булған, 30 градуслы һалҡындар теүәл 20 көн буйы торған. Халыҡ ғинуарға ҡарап йәйҙең нисек килеүе тураһында күп һынамыштар әйтеп ҡалдырған. Мәҫәлән, 25 ғинуар ҡояшлы икән – күсмә ҡоштарҙың көньяҡтан иртәрәк ҡайтыуын көт. Халыҡ әйтһә, хаҡ әйтә, ти. Әйҙәгеҙ, дуҫтар, ғинуар айына һынамыштар менән танышайыҡ.
Ғинуар – йылдың башы, ҡыштың уртаһы.
Ғинуарҙың көнө ҡыҫҡа, февралдең айы ҡыҫҡа.
Алтыһында туп-тулы ай – яҙғы ташҡын һыуға бай.
Егермеһендә һыуыҡ булһа, йәй эҫе килер.
Ҡар ваҡ ҡына бөртөк менән һирәк кенә төшһә, бик оҙаҡ һыуыҡ булыр.
Эт ҡарҙа аунаһа, буран сығыр.
Ҡарға ҡарҡылдаһа, ҡар яуа.
Ҡояш ҡолаҡланһа (эргәһендә дүңгәләк булһа), көн һалҡыная.
Ҡыш көнө бәҫ күп булһа – ағас емештәре уңыр, бал күп булыр.
Ҡыш ҡар күп яуһа – йәй ямғырлы килер.
Ел булһа, тары уңыр, томан булһа, һоло уңыр.
Йыл башында ел булһа, йыл әйләнә ел-дауыл булыр.
Ат ҡарға ятһа, йылыға тарта.
Кәзә ҡолағын шапылдатһа, буранға.
Эт моронон ҡуйынына тығып ятһа, ҡар яуа.
Бесәй ишекте тырнаһа – буран, йомарланып ятһа, һыуыҡ була.
Елһеҙ көндө урман шаулаһа, көн боҙола.