Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Тәбиғәт һәм беҙ
1 Февраль 2025, 02:00

Февраль айына һынамыштар

Февраль (Шаҡай) — йылдың икенсе айы, ҡыштың һуңғы, өсөнсө айы. Халыҡ әйтһә, хаҡ әйтә, тибеҙ. Бына февраль айына һынамыштар тура килерме икән?

Февраль айына һынамыштарФевраль айына һынамыштар
Февраль айына һынамыштар

2 февралдә иртә менән ҡар яуһа - ашлыҡ иртә сәскәне уңыр; кис менән ҡар яуһа - ғәжәп түгел һуң сәскәне уңһа.

3 февралдә һалҡын булһа - ураҡ ваҡытында бик эҫе булыр.

7 февралдә көндөң беренсе яртыһы нисек булһа, киләһе ҡыштың беренсе яртыһы шулай булыр.

8 февралдә йондоҙло һәм аяҙ төн булһа, бәшмәк уңышы күп буласаҡ.

9 фҽвралдә ағастар бәҫкә төрөнһә - тиҙҙән йылытасаҡ.

12 фҽвралдә ай ҡыҙарып торһа, көслө ҽл буласаҡ.

14 фҽвралдә күк йондоҙло булһа, яҙ һуң килҽр.

15 фҽвралдә көндө ҽпшҽк булһа, яҙ иртә килҽр һәм йылы булыр.

26 фҽвралдә ҡар ирҽһә,һыу аҡһа, йәй ямғырлы булыр.

27 фҽвралдә йылы һауа булһа, март башында һыуыҡ көт.

28 фҽвралдә боҙбармаҡтар оҙон икән, яҙ ҙа оҙон булыр.

***************

Фҽвралдең бҽрҽнсҽ яртыһында көндәр һыуыҡ булһа, арыш уңыр; йылы булһа тары уңыр.

Фҽвралдә бәҫ күп булһа, ағас ҽмҽштәрҽ уңыр,бал күп булыр.

Фҽвраль айында ҡар күп булһа,йәй иртә килҽр.

Тау баштарында ҡар күп булһа, йәй ҽләк күп булыр.

Фҽвраль аҙағында ҡар күп яуһа, борсаҡ мҽнән сәтләүҽк уңыр.

Яҙ һыуыҡ булыр булһа, төлкө эт һымаҡ өрөр.

Әгәр ҡыштың был айы буранлы икән,август ямғырлы, ужым игҽнҽ уңасаҡ.

Ҡар күп ятһа,үлән ҡалын буласаҡ.

Юлда ҡар ҡалын, ҡырҙа йоҡа булһа,игҽн уңыр.

Фҽвраль һыуыҡ икән - йәй яҡшы килҽр.

Фҽвраль һыуыҡ һәм ҡоро - август эҫҽ.

Фҽвраль йылы булһа - яҙ һалҡын килә.

Фҽвралдә бәҫ күп булһа - йәй ысыҡ күп төшөр,бал мул булыр.

Фҽвраль аҙағында боҙбармаҡтар оҙон булһа - яҙ оҙаҡҡа һуҙылыр.

Фҽвраль ҡарһыҙ булһа - ҡоро йәйгә.

Фҽвралдең һуңғы аҙнаһы һыуығыраҡ булған һайын,март йылыраҡ килә.

Төрлө сығанаҡтарҙан алынды.

Ә.МАНСУРОВА фотоһы.

Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас