Йоҡа боҙҙоң тәүге ҡорбаны
Әлеге ваҡытта ҡотҡарыусылар иҫкәртә: һауа температураһы яҙғыға яҡын булыу сәбәпле, боҙ үтә хәүефлегә әйләнә бара. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре республика халҡын, айырыуса балыҡсыларҙы, хәл-торошто дөрөҫ баһаларға саҡыра.
Ноябрҙән алып төбәгебеҙҙәге йылғаларҙа алты кешенең ғүмере өҙөлгән. Һуңғы осраҡ ошо көндәрҙә Ишембай районында булған. Күҙгә күренеп торған хәүефкә, йәғни боҙҙоң һоро төҫкә инеп, тишекләнеүенә ҡарамай, ошонда йәшәгән ир яңғыҙы Ағиҙелгә балыҡ тоторға киткән. Үкенескә ҡаршы, боҙ уның ауырлығын күтәрмәгән, һәм ул һыуға батып үлгән. Ирҙең кәүҙәһен водолаздар йылға төбөнән алып сыҡҡан.
Уҙған йылдың декабрендә Павловка һыу һаҡлағысында ла боҙға бәйле бәхетһеҙ осраҡ теркәлде. Бәхеткә күрә, ул саҡта ҡорбандар булманы. Ял итеүселәр төркөмө ҡаргиҙәрҙәрҙә йөрөгән. Һыу ятҡылығының уртаһында, боҙ ныҡ йоҡа булыу сәбәпле, машиналарҙың береһе һыуға төшөп киткән. Водителде иптәштәре ҡотҡарып өлгөргән.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре хатта ҡыштың һалҡын көндәрендә лә тыйылған урындарҙа йылға һәм күл өҫтөнән йөрөмәҫкә кәңәш итә. Йылғаның ағымы шәп булған, тәрән һәм ел өсөн асыҡ урындарҙа, һаҙлыҡлы яр буйҙарында, күперҙәр аҫтында, ҡамыш һәм башҡа үҫемлектәр үҫкән урындарҙа боҙ артыҡ ныҡ һәм ҡалын булмай.
Балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ
Йыш ҡына туңған һыу ятҡылыҡтары янында ата-әсә ҡарауынан тыш йөрөгән балалар йоҡа боҙ ҡорбаны була. Кескәйҙәрҙе боҙ китеү күренеше лә бик ҡыҙыҡһындыра. Улар был ғәжәйеп тамашаның ниндәй хәүеф менән янауын аңламай. Балалар ҡыйыулыҡ күрһәтеп, боҙ өҫтөндә йөрөргә теләй, әммә бер минуттан һуң һыуға сума, сөнки тәү ҡарамаҡҡа ныҡ булып күренгән боҙ киҫәктәре бер-береһенә бәрелеп онтала.
Бындай осраҡтарҙа өлкәндәргә балаларын яңғыҙ ҡалдырмаҫҡа һәм улар менән хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен йышыраҡ иҫкә төшөрөргә кәңәш ителә. Әгәр кемдер ҡапыл боҙ аҫтына китһә, бала ҡурҡып өйөнә йүгермәҫкә, ә мөмкин тиклем ҡысҡырып ярҙамға саҡырырға, 112 телефоны буйынса ҡотҡарыусыларға шылтыратырға тейеш.
– Йоҡа боҙ кеше ауырлығы тәьҫирендә ҡапыл онталырға мөмкин, – ти ҡотҡарыусылар. – Туңған һыу ятҡылығының бәләкәй генә бер өлөшөнә күпләп йыйылыу хәүефле. Унда йүгерергә лә, һикерергә лә ярамай.
Йоҡа боҙ һоро, буръяҡ һөт кеүек төҫтә була. Бигерәк тә тишекле боҙ хәүефле, ул, тауыш сығармайынса, шунда уҡ ватыла.
Балалар нимәләр ярамауын белергә тейеш:
йылға йәки күл өҫтөндә йөрөргә;
йылғаның боҙ тығылған урындарына яҡын барырға;
текә ярҙа баҫып торорға;
күмәкләшеп күпер, быуа, һыуһаҡлағыс ҡоролмаларында йыйылырға;
боҙ тығылған урынға яҡын килеп, боҙ киҫәген этергә;
йылға йәки башҡа һыу ятҡылығының тәрәнлеген үлсәргә;
боҙ киткән мәлдә боҙ киҫәктәренә баҫып йөрөргә йәки ағырға.
Төп хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре
Ҡағиҙәләрҙе балалар ғына түгел, ололар ҙа белергә һәм үтәргә тейеш. Һауа температураһы өс көн дауамында нулдән юғары булһа, боҙ дүрттән бер өлөш ныҡлығын юғалта, тишекләнә һәм муртҡа әйләнә. Аҫтан уны йылға һыуы йыуа, ә өҫтән ҡояш йоҡарта. Шуға күрә йылы көндәрҙә боҙ өҫтөнән бөтөнләй йөрөмәҫкә кәңәш ителә. Әгәр көндәр яңынан һыуытып, балыҡҡа барырға ҡарар итһәгеҙ, төп хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәгеҙ:
йылға-күл буйына юлланыр алдынан боҙҙоң ҡалынлығына инанығыҙ: ул бер кеше өсөн кәмендә 10 сантиметр, төркөм менән барған осраҡта 15 сантиметр булырға тейеш;
һаҡ ҡына баҫып йөрөгөҙ, ашыҡмағыҙ һәм киҫкен хәрәкәттәр яһамағыҙ;
төркөм менән барған осраҡта кешеләр араһында 5-6 метр ара һаҡлағыҙ;
кәрәк саҡта тиҙ генә боҙ ситенә тотоноу өсөн ҡулығыҙ буш булһын.
Боҙҙа нимә эшләргә ярамай:
әгәр эргә-тирәлә ярҙамға саҡырырлыҡ кеше булмаһа, ҡараңғыла йәки тирә-йүн насар күренгәндә, боҙға сыҡмағыҙ;
йүгермәгеҙ һәм боҙҙа һикермәгеҙ: киҫкен хәрәкәттәр уның емерелеү хәүефен арттыра;
ҙур булмаған һыу ятҡылығы өҫтөндә төркөм менән йыйылмағыҙ;
бер ҡасан да автомобилдә йәки ҡаргиҙәрҙә боҙ өҫтөндә йөрөмәгеҙ;
иҫерек килеш балыҡ тоторға йөрөмәгеҙ. Спиртлы эсемлек туңыу йәки һыу аҫтына китеү хәүефен арттыра ғына.
Боҙ аҫтына төшөп киткәндә нимә эшләргә?
Ярҙамға саҡырығыҙ;
боҙҙоң ситенә күкрәгегеҙ менән ятып, сиратлап аяҡтарығыҙҙы күтәреп, сығырға тырышығыҙ. Әкрен генә ярға табан тәгәрәгеҙ;
һыуға батҡан кешегә яҡын бармағыҙ: бау, кейем-һалымдың бер осон ташлағыҙ йәки таяҡ һуҙығыҙ;
ҡотҡарғандан һуң бәләгә тарыусыны мөмкин тиклем тиҙерәк йылытығыҙ һәм ашығыс ярҙам саҡырығыҙ.