Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда һалҡын һауа торошо һаҡлана. Аҙна аҙағында ғына һауа температураһы бер аҙ күтәрелә, тип хәбәр иттеләр Башгидрометтан.
Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, шаршамбы, 19 февралдә, урыны менән йәнә бер аҙ ҡар яуыуы фаразлана. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -19, -24 градус, аяҙытҡанда -26, -31, көндөҙ -10, -15 градус.
Кесе йома, 20 февралдә, һауа торошо үҙгәрмәй. Шулай уҡ урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -19, -24 градус, аяҙытҡанда -26, -31, көндөҙ -10, -15 градус.
Ә.Мансурова фотоһы.