Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Тәбиғәт һәм беҙ
21 Март 2025, 11:17

Башҡортостанда епшек ҡар, боҙлауыҡ, көслө ел фаразлана

Алдағы өс көндә Башҡортостанда епшек ҡар, боҙлауыҡ, көслө ел фаразлана. Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, йома, 21 мартта, әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көнбайыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ +1, +6°.

Башҡортостанда епшек ҡар, боҙлауыҡ, көслө ел фаразланаБашҡортостанда епшек ҡар, боҙлауыҡ, көслө ел фаразлана
Башҡортостанда епшек ҡар, боҙлауыҡ, көслө ел фаразлана

Шәмбе, 22 мартта, урыны менән бер аҙ епшек ҡар яуыуы, төньяҡтан айырым райондарҙа боҙлауыҡ, сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы фаразлана. Ел көнбайыштан, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -3, -8°, көндөҙ 0, +5°.

Йәкшәмбе, 23 мартта, төндә урыны менән бер аҙ епшек ҡар яуыуы көтөлә, көндөҙ яуым-төшөмһөҙ. Ел көнбайыштан, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -3, -8°, аяҙытҡанда -13° тиклем, көндөҙ +1, +6°.

 Юлдарҙа водителдәргә һәм йәйәүлеләргә айырыуса һаҡ булырға кәрәк, тиҙлек режимын һәм арауыҡты һаҡларға кәңәш итәләр.

Автор:
Читайте нас