Бөтә яңылыҡтар
10
Тәбиғәт һәм беҙ
3 Апрель , 11:58

Башҡортостанда ямғырлы һауа торошо көтөлә

Алдағы өс көндә Башҡортостанда ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр итте республика синоптиктары.

Башҡортостанда ямғырлы һауа торошо көтөлә
Башҡортостанда ямғырлы һауа торошо көтөлә

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн республикала бер аҙ ямғыр яуыуы фаразлана. Ел көньяҡ-көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +9, +14 градус.

Йома, 4 апрелдә, урыны менән бер аҙ ямғыр, төндә ҡар ҡатыш ямғыр көтөлә. Ел төньяҡ-көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -2, +3, көндөҙ +5, +10 градус.

Шәмбе, 5 апрелдә, һауа торошо үҙгәрмәй. Шулай уҡ урыны менән бер аҙ ямғыр, төндә ҡар ҡатыш ямғыр көтөлә. Ел төньяҡ-көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -1, +4, көндөҙ +10, +15 градус.

Автор:
Читайте нас: