Ашҡаҙар
-18 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
9 Апрель 2025, 10:06

Башҡортостанда талпандар уянған. Хәүефле бөжәктән нисек һаҡланырға

Йылы көндәр башланыу менән талпандар уянды һәм әүҙемләште. Үҙеңде һәм яҡындарыңды был ҡурҡыныс бөжәктән нисек һаҡларға? Республикала был йәһәттән хәүефһеҙлекте тәьмин итеү өсөн нимәләр эшләнә?

Башҡортостанда талпандар уянған. Хәүефле бөжәктән нисек һаҡланырға
Башҡортостанда талпандар уянған. Хәүефле бөжәктән нисек һаҡланырға

Талпан ҡайҙа ҡаҙалыуы ихтимал?

Башҡортостанда йыл һайын ун меңгә яҡын кеше талпан ҡаҙалыу сәбәпле табиптарға мөрәжәғәт итә, уларҙың өстән бер өлөшө – балалар. “Роспотребнадзор”ҙың төбәк идаралығында мәғлүмәттәрҙе анализлап, талпандың күпселек осраҡта кешеләргә урманда, тәбиғәттә ял иткәндә ҡаҙалыуын асыҡлағандар (45 процент). 36 процент осраҡта талпандан баҡса эштәре барышында, 12 процент зыяратҡа барғанда зыян күргән.

Мөрәжәғәт итеүселәрҙең 7,5 проценты үҙе йәшәгән ауыл йәки ҡаланан ситкә сыҡмайынса әлеге хәүефкә тарыған. Йәғни был бөжәкте эләктереү ҡурҡынысы тәбиғәттә генә түгел, бөтә ерҙә лә бар. Эттәр йәки бесәйҙәр урамда йөрөгәндән һуң талпанды өйгә алып ҡайтыуы бар. Шулай уҡ улар ялан сәскәләре йәки киҫелгән ботаҡтар менән килеп инеүе лә ихтимал. Иң таҙа тип һаналған ҡалала көн күргән сысҡан һәм ҡомаҡтарҙа ла талпан булыуы мөмкин.

Етәксе органдар нимә эшләй?

Әгәр ҡаланың үҙәгендә йәшәп тә, талпандан зыян күреү хәүефе тыуһа, халыҡтың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн етәксе органдар нимә эшләй? Был осраҡта улар күпләп йәшәгән урындарҙы – парк һәм скверҙарҙы махсус препараттар ярҙамында эшкәртәләр. Быйыл был эштәрҙе апрель уртаһында башларға планлаштыралар.

– Йыл һайын дүрт мең гектарға яҡын ер талпанға ҡаршы эшкәртелә, – тине “Роспотребнадзор”ҙың БР буйынса идаралығы етәксеһе Анна Казак. – Балалар ял иткән һәм һаулығын нығытҡан урындар тулыһынса, йәғни 100 процент эшкәртелә.

Ҡала һәм ауылдарҙа парктар һәм башҡа йәмәғәт киңлектәре күбәйә барғанға күрә, санитар табиптар һәр муниципалитетта парктар һәм скверҙар исемлеген булдырырға һәм раҫларға, уларҙы эшкәртеүҙе рациональ планлаштырырға, финанслау мәсьә-ләһен ҡайтанан ҡарарға тәҡдим итә.

– Мәҫәлән, баш ҡалала «Өфө муйынсағы» проекты әүҙем үҫешә, яңы биҫтәләрҙәге парктар һәм скверҙар контролгә алына. Бөгөн хакимиәт эшкәртеүҙәр үткәреү өсөн 4 миллион һум самаһы аҡса бүлеү мәсьәләһен тикшерә, – ти Анна Казак.

Талпандар нимә менән хәүефле?

Башҡортостан талпан энцефалиты буйынса эндемик, йәғни имен булмаған төбәк һанала. Шулай уҡ беҙҙә талпан боррелиозы хәүефе юғары: тикшерелгән талпандарҙың 20 проценты боррелия менән зарарланған була. Был ике сир ҙә кеше өсөн бик хәүефле, бәләкәй генә бөжәк арҡаһында инвалид булып ҡалырға йәки яҡты донъя менән хушлашырға мөмкин. Шуға күрә талпан ҡаҙалыу осрағын һис кенә лә иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ, бөжәкте мотлаҡ вирустарға тикшерегеҙ. Табипҡа ваҡытында мөрәжәғәт итеп, дауалауҙы башлау мөһим. Әгәр анализ талпан энцефалитына ыңғай һөҙөмтә бирһә, ә һеҙ прививка яһатмаған булһағыҙ, иммуноглобулин ярҙамында ашығыс профилактика эшләйәсәктәр. Уны бөжәк ҡаҙалғандан һуң дүрт тәүлек эсендә һәм мотлаҡ дауаханала ғына яһарға кәрәк, сөнки препарат аҡһымлы, аллергия тыуҙырыуы ихтимал.

Әгәр талпан боррелиоз таратыусы булһа, табип билдәле бер антибиотиктар тәғәйенләй. Дауаланғандан һуң инфекция юҡлығын раҫлау өсөн тағы бер тапҡыр анализ биреү мотлаҡ.

Табиптар әйтеүенсә, беҙҙә дарыуҙар – иммуноглобулин, антибиотиктар етерлек. 18 йәшкә тиклемге балаларға, шулай уҡ хәүеф төркөмөндәге кешеләр- гә – ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре- нә, нефтселәргә, урмансыларға, биләмәләрҙе талпанға ҡаршы эшкәртеү менән шөғөлләнеүселәргә им- муноглобулин бушлай яһала.

Прививканы ҡасан яһатырға?

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғалимдар талпан боррелиозына ҡаршы һөҙөмтәле вакцина уйлап тапмаған әле. Бында тик уяулыҡ һәм хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү – репелленттар ҡулланыу, өҫ-башты ҡаплап кейенеү, тәбиғәттә булғандан һуң үҙеңде һәм йорт хайуандарын тикшереү генә ярҙам итә. Талпан энцефалитына ҡаршы прививка бар. Ул иммун системаһын көрәшергә «өйрәтә»: кешелә антиесемдәр барлыҡҡа килә, улар вирус менән «осрашҡанда» уны шунда уҡ юҡ итә.

Тәүге тапҡыр вакцинаны биш – ете ай арауығында ике тапҡыр эшләйҙәр. Мәҫәлән, беренсе прививка сентябрҙә булһа, икенсеһен февралдә яһаясаҡтар. Ошонан һуң ике аҙна үткәс кенә прививка үҙ көсөнә инә, йәғни шунан алдараҡ походҡа барырға ярамай. Бер йылдан һуң, артабан өс йыл һайын ревакцинация үткәрелә, был осраҡта бер генә вакцина индереү етә. Көҙгөһөн прививка яһатып өлгөрмәгәндәр вакцинацияның ашығыс схемаһын ҡуллана ала, был осраҡта прививкалар араһындағы интервал ике-өс аҙнаға тиклем ҡыҫҡара. Вакцинация йәшәү урыны буйынса поликлиникала үткәрелә.

Талпан ҡаҙалһа “БР Гигиена һәм эпидемиология үҙәге”нең Стәрлетамаҡ район-ара филиалына түбәндәге адрес буйынса барып тикшертергә мөмкин:
Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Революцион урамы, 2а. Дүшәмбенән шәмбегә тиклем 9.00-дән 16.00 сәғәткә тиклем, тәнәфес 13.00 – 13.30 сәғәттә, шәмбе – ял көнө.

Ә БЫЛ ВАҠЫТТА...
Нисек сысҡан биҙгәге йоҡтормаҫҡа

Башҡортостанда талпандарҙан тыш тағы бер хәүеф сығанағы бар – төбәгебеҙ ваҡ кимереүселәр таратҡан бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәктең иң ҙур тәбиғи усағы булып һанала. Халыҡта был ауырыуҙы сысҡан биҙгәге тип атайҙар. Быйыл ҡыш йылы булды, сысҡандар ныҡ үрсене, шуға күрә баҡсаға барғанда һаҡ булығыҙ. Яҙғы йыйыштырыу эштәрен башҡарғанда бирсәткә, битлек кейегеҙ һәм ҡулдарығыҙҙы йышыраҡ йыуығыҙ!

Сысҡан биҙгәгенә ҡаршы вакцина юҡ. Санитар табиптар әйтеүенсә, иң һөҙөмтәле иҫкәртеү сараһы – кимереүселәрҙең һанын көйләү. 2023 йылда республикала сысҡандарҙы эшкәртеү майҙаны ике тапҡырға – 40 мең гектарҙан 90 мең гектарға тиклем арттырылды. Һөҙөмтәлә былтыр сысҡан биҙгәге менән, бер нисә йыл дауамындағы уртаса күрһәткестәр менән сағыштырғанда, өс тапҡырға аҙыраҡ, йәғни 344 кеше сирләгән. Шул уҡ ваҡытта сирлеләрҙең яртыһынан күберәге өйҙә йәки дачала сир йоҡторған, шуға күрә йорт шарттарында ла кимереүселәргә ҡаршы һөҙөмтәле көрәш алып барыу – тоҙаҡтар, ҡурҡытҡыстар ҡулланыу мөһим.

Автор:
Читайте нас