«Уҙған йыл менән сағыштырғанда, бигерәк тә Алыҫ Көнсығышта: Чукоткала, Хабаровск крайында, Магадан өлкәһендә, Камчаткала, Сахалинда һәм Якутстандың көньяҡ-көнсығышында эҫелек көтөлә. Шулай уҡ, 2024 йыл менән сағыштырғанда, Көньяҡ һәм Урта Уралда, Ямал-Ненец һәм Ненец автономиялы округтарында эҫе һауа торошо фаразлана», – тиелә прогнозда.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр йәй Башҡортостанда ямғырлы булды. Һуңғы 30 йылда 2024 йылдың июле республикабыҙҙа ямғырҙар буйынса рекорд ҡуйҙы, тип белдерҙеләр Башгидрометта. Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, бер айҙа 2,5 айлыҡ норма (251%) яуған. Яуым-төшөм күләме 142 миллиметр тәшкил иткән.
Башинформ.