Июндә туғайҙан салғы тотоп үтһәң, июлдә баҫыуҙан ураҡ тотоп үтерһең.
Июндәге ямғырҙар алтын тауға тиң.
Июнь айы йылы булһа, уңыш яҡшы буласаҡ.
Июнь айында ямғырҙан һуң йәйғор пәйҙә булһа, һауа торошо бик оҙаҡ йылы буласаҡ.
Төндә йәшен йыш булһа, уңыш мул буласаҡ.
Әгәр турғай үҙ ояһын ерҙә ҡора икән, йәй бик ҡоро буласаҡ, ә ағаста ҡорһа, ямғырлы була. Әгәр миләш һуң сәскә ата икән, көҙ оҙон буласаҡ.
Июндә томан йыш булһа, бәшмәк күп буласаҡ.
Июнгә ҡара ла декабрҙе күҙалла.
Ҡарлуғас йәй башлай.
Июндә иртән һыу буйлап томан ағыла икән, көн ҡояшлы буласаҡ.
Сәскә атыусы миләшкә бал ҡорт- тары күпләп йыйылһа, иртәгәһенә һауа торошо һәйбәт булыр.