Ашҡаҙар
-18 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
28 Май 2025, 11:06

Июнь айына һауа торошо

Әммә ҡыуанмай тороғоҙ, көндәр һалҡын булмаҡсы. 

Июнь айына һауа торошо
Июнь айына һауа торошо

Һауа торошоноң ҡапыл үҙгәреүҙәренә күнегеү мөмкин түгел. 2025 йылдың апрелендә генә Башҡортостанда йәй ике тапҡыр ҡыш менән алмашынды. Май йылыһы ла юҡҡа сыҡты һәм һалҡын һауа торошо килде.

Синоптиктар әйтеүенсә, июнь айында ла һауа торошо аномалиялары булыуы ихтимал. Июндә эҫелекте көтмәгеҙ. Рәсәй Гидрометеорология үҙәге фаразы буйынса, уртаса температураның нормаға яҡын йәки хатта түбәнерәк булыуы көтөлә, йәғни +16, +19 градус тирәһе.

Июнь айы тулыһынса тиерлек болотло буласаҡ. Ҡояшлы көндәр һирәк көтөлә. Төрлө күләмдә ямғырҙар буласаҡ. Шул уҡ ваҡытта яуым-төшөм норманан артмаҫ.

Әммә, йылдың тәүге айҙарында һауа торошоноң сюрприздарын иҫәпкә алып, белгестәр әйтеүенсә, июнь айында ҡойма ямғыр, боҙло борсаҡ һәм көслө ел булыуы ихтимал.

Ә.МАНСУРОВА фотоһы.

Автор: Альфия Мансурова
Читайте нас