Ашҡаҙар
+5 °С
Облачно
Тәбиғәт һәм беҙ
26 Сентября 2025, 05:33

Ял көндәрендә Башҡортостанда ҡар ҡатыш ямғыр яуа

Башҡортостан синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошон хәбәр итте. Бөгөн урыны менән бер аҙ ямғыр яуа, көндөҙ көньяҡ-көнсығышта уртаса. Ел төньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ +8, +13 градус.

Ял көндәрендә Башҡортостанда ҡар ҡатыш ямғыр яуаЯл көндәрендә Башҡортостанда ҡар ҡатыш ямғыр яуа
Ял көндәрендә Башҡортостанда ҡар ҡатыш ямғыр яуа

Шәмбе, 27 сентябрҙә, төндә урыны менән, көндөҙ республикала бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Ел төньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә 0, +5 градус, урыны менән һауала һәм тупраҡ өҫтөндә ҡырау төшөүе 0, -3 градус, көндөҙ +7, +12.

Йәкшәмбе, 28 сентябрҙә, төндә урыны менән, көндөҙ республикала бер аҙ ямғыр яуыуы, төндә көнсығыш райондарҙа ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы фаразлана. Ел төньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә 0, +5 градус, урыны менән һауала һәм тупраҡ өҫтөндә ҡырау төшөүе 0, -3 градус, көндөҙ +7,+12 булыуы көтөлә.

Автор:
Читайте нас