Ашҡаҙар
-18 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
15 Ноябрь 2025, 09:30

Киләһе ҡыш былтырғыһынан һалҡыныраҡ булыуы ихтимал

Рәсәйҙең Гидрометеорология үҙәге киләһе ҡыштың һалҡын булмаҫын фаразлай. Температураның нормаға ярашлы йәки унан бер аҙ юғарыраҡ булыуы көтөлә. Гидрометүҙәктең ғилми етәксеһе Роман Вильфанд һүҙҙәренсә, үтә йылы 2024-2025 йылғы ҡыш менән сағыштырғанда иһә быйылғы ҡыш бер аҙ һалҡыныраҡ булмаҡсы.

Киләһе ҡыш былтырғыһынан һалҡыныраҡ булыуы ихтимал
Киләһе ҡыш былтырғыһынан һалҡыныраҡ булыуы ихтимал

РИА Новости агентлығына биргән интервьюһында Вильфанд ҡыш епшек көндәрҙең күп, әммә шул уҡ ваҡытта -20 градусҡа тиклем һәм унан түбәнерәк температуралы осорҙар булыуы мөмкинлеген билдәләй. Бындай сценарийҙың тормошҡа ашыу ихтималлығы 65-68% тип баһалана.

Республикала октябрҙән ғинуарға тиклемге осор – нормаға яҡын, февраль һәм март айҙары норманан юғарыраҡ булыуы күҙаллана. Хәүефле метеорологик күренештәр өсөн шарттар тыуҙырған «температура тирбәлеүе» көтөлә.

Автор:
Читайте нас