Ауыл халҡы һуғым һуйыу өсөн ҡар яуыуын, көндөң һыуытҡанын көтә. Ә ҡаланыҡылар йонсоу, ямғырлы көндәр ялҡытты, ти. Синоптиктар декабрҙең нисек булырын фаразланы.
Синоптиктар декабрь айында Рәсәйҙең үҙәк, урта өлөшөндә күҙалланған һауа торошо менән таныштырҙы. Уларҙың фаразына ярашлы, беҙҙе йылы, әммә йонсоу, ҡарлы-ямғырлы декабрь көтәсәк.
Ҡыштың тәүге айының башында көндөҙгө һауа температураһы 0 градус тирәһендә тирбәлһә, төндә –5 градусҡаса һыуытасаҡ, ти белгестәр. Декабрҙең беренсе ун көнлөгө аҙағына, айҙың уртаһына ҡарай көндөҙ яҡынса –5, төндә – 8...10 градусҡа ткилем һыуытыуы күҙаллана.
Дөйөм алғанда, ай дауамында –30 градуслыҡ сатлама һыуыҡтар көтөлмәй. Әммә йылы һауа торошо булла, тип ҡыуанырға иртәрәк, сөнки көндәр йонсоу, яуым-төшөмлө торасаҡ. Ай дауамында ҡояшлы, аяҙ көндәр бик һирәк буласаҡ, ти синоптиктар.
Ә.Мансурова фотоһы.