Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
9 Февраль , 17:23

Башҡортостанда яҙҙың иртә килеүе һәм аномаль йылы булыуы көтөлә

Март һәм апрель айҙарында уртаса айлыҡ һауа температураһының нормаға яҡын һәм бер аҙ юғарыраҡ булыуы көтөлә (аномалия 0,+1 градус).

Башҡортостанда яҙҙың иртә килеүе һәм аномаль йылы булыуы көтөлә
Башҡортостанда яҙҙың иртә килеүе һәм аномаль йылы булыуы көтөлә

Был хаҡта «Башинформ» агентлығына Башгидрометүҙәктең метеопрогноздар бүлеге етәксеһе Гөлназ Заһитова хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, 2026 йылда яҙ иртә килә һәм йылы була.

«Майҙың һалҡынса булыуы фаразлана. Уртаса айлыҡ температура аномалияһы – 0, -1 градус», — тине әңгәмәсе.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, март күп йыллыҡ уртаса күрһәткестәрҙән дә йылыраҡ була. Метеорологтар билдәләүенсә, бындай шарттар ҡар ҡатламының иртә һәм әүҙем иреүенә килтереүе ихтимал, был яҙҙың ғәҙәти ваҡыттан алда килеүен аңлата.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2025 йылда республикала яҙ иртә килде. Төп йылғаларҙа марттың егермеләрендә боҙ китә башланы, башлыса был күренеш апрелдең беренсе декадаһы аҙағында — икенсе декадаһы башында күҙәтелә.

Башинформ.

 

Автор:
Читайте нас