Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә.
"Алдағы тәүлектә аяҙлы-болотло булыуы фаразлана. Яуым-төшөмһөҙ. Ел төньяҡ-көнбайыштан,көньяҡ-көнбайышҡа табан секундына 8-13 метр тиҙлектә иҫә. Һауа температураһы төндә -25, -30°, урыны менән -35° тиклем,көндөҙ -14, -19°.
Юлдарҙың айырым участкаларында төндә һәм иртән томан, күреү мөмкинлеге 2-4 саҡрым», — тиелә ведомство белдереүендә.
Халыҡҡа тәҡдим ителә:
- мөмкин тиклем урамда булыу ваҡытын ҡыҫҡартырға;
- һыуыҡҡа сығыр алдынан алкоголь ҡулланмағыҙ;
- балаларҙы һәм оло йәштәгеләрҙе иғтибар менән күҙәтеү;
- автомобилдә йөрөгәндә үҙең менән йылы әйберҙәр, ҡайнар сәй менән термос һәм зарядлы телефон алырға.
- янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәгеҙ.
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, көслө һыуыҡта тән һыуыныу хәүефе арта. Һыуыҡ тейеү билдәләре булғанда йылы бүлмәгә мөмкин тиклем тиҙерәк инеп, йылынырға кәрәк.
Ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуғанда 112-се номерға шылтыратығыҙ.