Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
27 Март , 10:33

Башҡортостанда +16° тиклем йылыта

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда йылы һауа торошо фаразлана. Бөгөн, 27 мартта, яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көньяҡ-көнсығыштан талғын, көндөҙ көньяҡта көслө. Һауа температураһы көндөҙ +11, +16°.

Башҡортостанда +16° тиклем йылыта
Башҡортостанда +16° тиклем йылыта

28 һәм 29 мартта, шәмбе һәм йәкшәмбе, һауа торошо әллә ни үҙгәрмәй. Яуым-төшөм дә көтөлмәй. Ел көнсығыштан талғын, көндөҙ урыны менән көслө. Төндә температура 0, -5° тиклем түбәнәйә, урыны менән +5, көндөҙ һауа +11, +16° ҡәҙәр йылына.

Автор:
Читайте нас