Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
2 Апрель , 11:24

Республикала ташҡынға бәйле хәл-торош

Республика ҡотҡарыусылары ташҡын тураһында оператив мәғлүмәт еткерҙе.      

Республикала ташҡынға бәйле хәл-торош
Республикала ташҡынға бәйле хәл-торош

Уҙған тәүлектә Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына яҙғы ташҡынға бәйле 24 мөрәжәғәт килгән. Хеҙмәттәр 12 муниципаль берәмектә 15 хәлде контролдә тота.

Әлеге ваҡытта 6 юл участкаһын, 7 түбән күперҙе, 50 йорт яны биләмәһен һыу баҫҡан.

Һыу баҫҡан йорттар, зыян күреүселәр юҡ, тип асыҡлыҡ индерҙеләр ведомствола.

Республикала ташҡынға бәйле хәл-торошто күҙәтеү һәм контролдә тотоу өсөн оператив штаб эшләй, биләмәләр һауанан күҙәтелә.

 Башҡортостанда ташҡын һөҙөмтәһендә 3 коммерцияға ҡарамаған баҡса ширҡәте һәм 6 күперҙе һыу эсендә.

Автор:
Читайте нас