

Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан, төндә тиҙлеге секундына 9-14 метрға, ә көндөҙ секундына 5-10 метрға етеүе ихтимал. Һауа температураһы төндә -3, +2°, Башҡортостандың көньяғында +13°.
«Юлдарҙың айырым участкаларында яуым-төшөм ваҡытында 1-2 саҡрымдан күреү мөмкинлеге кәмей», — тип өҫтәнеләр Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында.
Иртәгә Өфөлә аяҙлы-болотло һауа торошо фаразлана. Ел көньяҡ-көнбайыштан, тиҙлеге секундына 7-12 метр. Һауа температураһы төндә 0, +2°, көндөҙ +6, +8°.
Башинформ.