Ашҡаҙар
+8 °С
Ясна
Тәбиғәт һәм беҙ
24 Апрель , 11:00

Башҡортостанда закон бал ҡорттарын күпләп һәләк булыуҙан яҡлай

Дәүләт Йыйылышы депутаттары 32-се ултырышта ике аҙаҡҡы уҡыуҙа «Умартасылыҡ тураһында» республика законына төҙәтмәләр ҡабул итте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостанда закон бал ҡорттарын күпләп һәләк булыуҙан яҡлайБашҡортостанда закон бал ҡорттарын күпләп һәләк булыуҙан яҡлай
Башҡортостанда закон бал ҡорттарын күпләп һәләк булыуҙан яҡлай

Үҙгәрештәр бал ҡорттарының күпләп һәләк булыуына юл ҡуймау өсөн умартасыларға пестицидтар ҡулланыу тураһында мәғлүмәт биреү ваҡытын аныҡлай һәм тәртибен камиллаштыра. Был мәғлүмәт киң мәғлүмәт саралары аша таратылырға, шулай уҡ пестицидтарҙы һәм агрохимикаттарҙы күҙәтеү федераль дәүләт мәғлүмәт системаһында урынлаштырылырға тейеш. Закон быйыл март айында беренсе уҡыуҙа раҫланды.

Башҡортостанда бал ҡорттарының ағыуланыуына юл ҡуймау тураһында ике йыл элек үк һөйләй башлағайнылар. Ул саҡта депутаттар, киң мәғлүмәт сараларында был мәғлүмәт сәсеүлектәрҙе химик эшкәртеү эше башланыуға 10 көндән дә алдараҡ һәм 5 көндән дә һуңға ҡалмайынса еткерлергә тейеш, тигән норманы раҫланы.

 

Сығанаҡ.

Автор:
Читайте нас