Ашҡаҙар
+8 °С
Ясно

Беҙҙе ниндәй йәй көтә?

Башҡортостанда май уртаһында аномаль эҫе һауа торошо урынлашты. Артабан нисек булыр? Синоптиктар йәй башына фараз бирҙе. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Беҙҙе ниндәй йәй көтә?Беҙҙе ниндәй йәй көтә?
Беҙҙе ниндәй йәй көтә?

 “Фобос” үҙәгендә 27 майҙа ҡапыл һыуытасаҡ тип иҫәпләйҙәр. Термометр бағанаһы 10 градусҡа төшә. 27 майҙан 3 июнгә тиклем көндөҙ +12-нән +16 градусҡаса, ә төндә +9 градусҡаса йылы булыуы көтөлә. 

 5 июндән температураның тағы ла бер күтәрелеүе фаразлана – +30 градусҡа тиклем һәм унан юғарыраҡ. 10 июндән 17-һенә тиклем көндөҙ +21, +23, төндә +5, +12 градус була.

18 июндән алып ай аҙағына тиклем +25-тән +30-ға тиклем көтөлә. Айҙың тәүге яртыһында ямғырлы көндәр күберәк булыуы күҙаллана. 

27 июндән һәм июлдең беренсе аҙнаһынан һауа температураһы +30 градус билдәһенә күсә. Һауа торошо үҙгәреп торасаҡ, температура тирбәлеүе көтөлә: киҫкен һәм ҡыҫҡа ваҡытлы һыуытыу, ә һуңынан тәүге күрһәткестәргә ҡайтыу. 

Росгидромет климат мәғлүмәттәрен анализлау нигеҙендә оҙайлы осорҙа июлдә температураның ғәҙәттәгенән юғарыраҡ булыуын фаразлайҙар (норма буйынса +17, +21 градус).

 

Башинформ.

Автор:
Читайте нас