

Бөгөн, 1 июлдә, республикала урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, күк күкрәүе мөмкин. Ел төньяҡтан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +20, +25°.
2 июлдә урыны менән йәнә ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, төндә төньяҡ-көнбайышта көслө ямғыр, күк күкрәүе, көндөҙ урыны менән боҙ-борсаҡ яуыуы көтөлә. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +10, +15°, көндөҙ +20, +25°.
Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, 3 июлдә көндөң аяҙлы-болотло булыуы фаразлана. Төндә урыны менән бер аҙ ямғыр, көндөҙ яуым-төшөмһөҙ. Ел төньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә +10, +15°, көндөҙ +22, +27°.