Ашҡаҙар
+9 °С
Ясно
Тәбиғәт һәм беҙ
28 Сентября , 06:03

Башҡортостанда -4°тиклем ҡырау төшөүе фаразлана

Көндөҙ +22°тиклем йылыта.  

Башҡортостанда -4°тиклем ҡырау төшөүе фаразланаБашҡортостанда -4°тиклем ҡырау төшөүе фаразлана
Башҡортостанда -4°тиклем ҡырау төшөүе фаразлана

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, дүшәмбе, 28 сентябрҙә, яуым-төшөм көтөлмәй. Ел төньяҡ-көнсығыштан, көнсығыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ +17, +22°.

Шишәмбе, 29 сентябрҙә, шулай уҡ яуым-төшөмһөҙ. Ел көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә +3, +8°, урыны менән һауала һәм тупраҡ өҫтөндә 0, -2° һалҡынайтып ҡырау төшә, көндөҙ +17, +22°.

Шаршамбы, 30 сентябрҙә, яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә +2, +7°, урыны менән һауала һәм тупраҡ өҫтөндә 0, -4° һалҡынайтып ҡырау төшә, көндөҙ +16, +21°.

Автор:
Читайте нас