

Шәмбе һәм йәкшәмбе, 3 һәм 4 октябрҙә, ямғыр һәм епшек ҡар көтөлә, һауа температураһы төндә -5°С-ҡа тиклем төшә, көндөҙ +3°С-тан +8°С-ҡа тиклем йылы. Ҡайһы бер райондарҙа боҙлауыҡ булыуы мөмкин, төньяҡтан көслө ел иҫеүе менән оҙатыла. Төндә һәм иртән юлдарҙа айырым урындарҙа томан төшөүе, күреү мөмкинлеге 500 метрға тиклем кәмеүе көтөлә.